Икенсе эйәкте бөтөрөү өсөн ябай күнегеүҙәр Әлбиттә, беренсе сиратта, һәленеп торған эйәкле кешеләргә ябығырға кәңәш ителә. Әммә ҡайһы берҙә кеше 50 килограмға ябыҡһа ла, икенсе эйәге бөтмәй. Түбәндә тәҡдим иткән биш ябай күнегеүҙе көн һайын бер нисә аҙна дауамында үтәһәгеҙ, улар муйынығыҙҙың һәм яңағығыҙҙың мускулдарын нығытасаҡ. 1. Тел күрһәтеү Ауыҙығыҙҙы киң итеп асығыҙ һәм телегеҙҙе мөмкин тиклем нығыраҡ сығарығыҙ. Телегеҙ менән эйәккә ҡағылырға тырышығыҙ. Уны ошо торошта 10 секундҡа тотҡарлағыҙ. Быны ун тапҡыр ҡабатлағыҙ. 2. Түбә үбеү Тигеҙ торошта башығыҙҙы бер аҙ артҡа ташлағыҙ, шулай итеп, түбәне күрергә мөмкин. Эйәгегеҙҙе түбәне үбергә йыйынғандай һуҙығыҙ. Был хәлдә биш-ун секундҡа ҡалығыҙ. Һуңынан ял итеп, тәүге хәленә ҡайтығыҙ. 15 тапҡыр ҡабатлау яһағыҙ. 3. Баш әйләндереү Тигеҙ ултырған килеш башығыҙ менән әкрен һәм һаҡ ҡына түңәрәк әйләнештәр башҡарығыҙ. Яурындан күкрәккә һәм арҡаға һәм кирегә хәрәкәт итегеҙ. Ҡулдарығыҙҙы түбән төшөрөгөҙ, арҡағыҙҙы тура тотоғоҙ. Бер йүнәлештә 10 әйләнеш яһағыҙ, һуңынан икенсе йүнәлештә 10 әйләнеш яһағыҙ. Был күнекмәләр бер-ике минут ваҡытты аласаҡ. Уның һөҙөмтәлелегенең сере – даимилыҡта: әгәр иртәнге сәғәттәрҙә бындай зарядканы бер нисә аҙна рәттән ҡабатлаһағыҙ, һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәҫ. Сығанаҡ: vk.com/yaznahar, luckclub