*16 ғинуарҙа Федераль финанс мониторинг хеҙмәте 37 йәшлек активист Фаил Алсыновты**экстремист һәм террорсы тип таныны, тип хәбәр ителә ведомство сайтында*. Фаил Алсынов 2019 йылға тиклем биш йыл дауамында рәсми теркәлмәгән «Башҡорт»** ойошмаһын етәкләй. Милләт-ара ыҙғышҡа әйҙәгән күп һанлы саралар ойошторғандары өсөн, республики Башлығы башланғысы менән Башҡортостандың Юғары суды 2020 йылда «Башҡорт»ты экстремистик ойошма тип таныны һәм уның эшмәкәрлеген тыйҙы. Башҡортостандың Юғары суды экстремистик ойошма тип танып, уның эшмәкәрлеген тыйғандан һуң бер нисә йыл дауамында Ф. Алсынов үҙенең хоҡуҡи ҡануниәттәргә ҡаршы эшмәкәрлеген дауам итә, бер нисә тапҡыр суд тарафынан яуаплылыҡҡа тарттырыла, уға ҡарата административ эштәр асыла, штраф һалына. Бынан тыш, сит ил агенттары, шул иҫәптән Р.Ғәббәсов менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара. Рәсәй армияһының махсус хәрби операцияға бәйле эшмәкәрлеген тәнҡитләй. Төркиә Республикаһына ҡасып китергә маташа. * – Рәсәй финанс мониторингы мәғлүмәттәре буйынса, террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән ** – 2020 йылдың 20 апрелендә Башҡортостандың Юғары суды ҡарары менән «Башҡорт» ойошмаһы экстремистик ойошма тип танылды һәм уның эшмәкәрлеге Рәсәй биләмәһендә тыйылды Мәғлүмәт һәм фото: https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-16/fail-alchinov-predstavlyaet-ugrozu-bezopasnosti-strany-eksperty-3605577