16 ғинуарҙа Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса сираттағы эш кәңәшмәһен үткәрҙе, ул 2024 йылда билдәләнәсәк. Профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре ҡала хакимиәте һәм подряд ойошмалары вәкилдәре менән берлектә республиканың баш ҡалаһында төп юбилей объекттарын төҙөү барышын тикшерҙе. Иң ҙур төҙөлөштәрҙең береһе – Өфөнөң Октябрь районында Көрәш һарайы. Уның төҙөлөшө раҫланған график буйынса бара. 2024 йылдың октябрендә бында “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумының төп сараларын үткәрергә планлаштыралар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанда ошо ҙур сараны уҙғарыу тураһында иғлан итте. Параллель рәүештә Көрәш һарайына яҡын территорияны төҙөкләндереү һәм үҫтереү дауам итә. Атап әйткәндә, Рәсәй православие сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы менән берлектә Изге Кирилл һәм Мефодий сиркәүенең фасадын яңыртыу, шулай уҡ Глумилин-2 биҫтәһенд