Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, буран, көслө ҡар яуыуы, күреү мөмкинлегенең сикле булыуы сәбәпле бөгөн 15.00 сәғәттә федераль әһәмиәттәге Дөйөм ҡулланылыштағы Р-240 Өфө – Ырымбур автомобиль юлы участкаһында 27-се километрҙан (Өфө районы) 272-се километрға тиклем (Көйөргәҙе районы) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде. Сикләү 20.00 сәғәткә тиклем ғәмәлдә ҡала. Шулай уҡ федераль әһәмиәттәге дөйөм ҡулланылыштағы М-7 Волга автомобиль юлының 1169–1331-се километрында (Татарстан Республикаһы сигенән Өфө ҡалаһына тиклем), Р-240 Өфө – Ырымбур, Өфө ҡалаһының көнбайыш урау юлы 0-се километрында (Жуково ҡасабаһы), 27-се километрында (Подымалов ҡасабаһы). Сикләү ваҡыты 20.00 сәғәткә тиклем. Тағы ла федераль әһәмиәттәге автомобиль юлдарының биш участкаһында, төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдарының биш участкаһында: М-5 “Урал” пассажир һәм ҙур йөк тейәгән автотранспорт саралары өсөн (Туймазы районының Төньяҡ ҡасабаһынан Бүздәк районының Көнсығыш ҡасабаһына тиклем, оҙонлоғо - 176 километр). Был участкала күсмә йылытыу пункты ҡуйылған, ике автобус рейсы туҡтатылған; Р-240 Өфө – Ырымбур (оҙонлоғо - 85 километр), ете автобус рейсы туҡтатылған; Р-240 Өфө – Ырымбур (оҙонлоғо - 160 км), һигеҙ автобус рейсы туҡтатылған (Өфө районынан Көйөргәҙе районына тиклем), мобиль йылытыу пункты ҡуйылған; Р-240 Өфө – Ырымбур, Өфө ҡалаһының Көнбайыш урау юлы (Жуков ҡасабаһынан Подымалов ҡасабаһына тиклем, оҙонлоғо - 27 километр). М-7 Волга (Татарстан Республикаһы сигенән Өфө ҡалаһына тиклем, оҙонлоғо - 162 километр), 35 автобус рейсы туҡтатылған, бөтә участкаларҙың дөйөм оҙонлоғо - 434 километр, бөтәһе 50 автобус рейсы туҡтатылған. Төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдарының биш участкаһында: - “Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы” (оҙонлоғо - 63 километр), “Октябрьский – Йәрмәкәй” (оҙонлоғо - 23 километр); - “Октябрьский – Туймазы” (оҙонлоғо - 8 километр); - “Московка – Япрыҡ – Туймазы” (оҙонлоғо - 16 километр); - “Шаран – Төмәнәк” (оҙонлоғо - биш км). Бөтә участкаларҙың дөйөм оҙонлоғо - 304 километр, бөтәһе 14 автобус рейсы туҡтатылған. Хәрәкәтте сикләү 17 ғинуарҙың 16.00 сәғәткә тиклем дауам итә. Эшкә 92 кеше һәм 59 берәмек юл һәм махсус техника йәлеп ителгән. Һәр участкала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының оператив төркөмдәре эшләй. Юл участкаларында 22 стационар йылытыу пункты бар. Хәл контролдә тотола. Башҡортостанда насар һауа торошо дауам итәсәк: ҡар, айырым райондарҙа буран, ел тиҙлеге секундына 20 метрға етеүе көтөлә. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем ауырлаша. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы водителдәргә юлдарҙа иғтибарлыраҡ булырға һәм хәүефһеҙ тиҙлек режимын үтәргә кәңәш итә. Көслө ел иҫкәндә бер нисек тә йәмәғәт транспорты туҡталыштары, реклама таҡталары, ағастар аҫтында йәшеренергә тырышмағыҙ. Көслө ел ваҡытында электр линияһы аҫтында тороу һәм өҙөлгән электр сымдарына яҡын килеү хәүефле. Ашығыс хеҙмәттәр телефоны - 112. Буранда юлға сығыу хәүефле, һаҡ булығыҙ! Фото: mchsrb.