Ғаиләгә көтмәгәндә ҡайғы килгәндә кешеләрҙең элек һис беленмәгән сифаттары асыла. Әсәләре үлгәс тә апалы-һеңлеле Фәниә менән Гүзәл араһындағы уртаҡ бер нимә лә ҡалманы кеүек. Әсәләре генә уларҙы бер туған итеп бәйлеп торған икән, сөнки ҡыҙҙарҙың аталары башҡа. Әммә туғанлыҡты һаҡларға кәрәк бит, ә нисек? Атаһы төҙөлөштә имгәнеп үлгәндә Фәниәгә өс кенә йәш ине. Шул фажиғәнән һуң йыл ярым үткәс йортта икенсе бер ир пәйҙә булды. Фәниәнең үгәй атай менән мөнәсәбәте насар булды тип әйтеп булмай, тегеһе аяҡ аҫтында буталып йөрөгән кескәй ҡыҙға бөтөнләй иғтибар ҙа итмәй ине. Тиҙҙән әсәһенең тағы бер ҡыҙы тыуҙы, уға Гүзәл тип исем ҡуштылар. Юҡ, әсәһе был осраҡта өлкән ҡыҙы тураһында ла онотманы, бала ҡараусыға әйләндермәне. Дөрөҫ, Фәниә әсәһен һеңлеһенән көнләшә лә ине, тик быны белендермәҫкә тырышты. Үҙ атаһының юҡлығы ла шулай шым йөрөргә мәжбүр иткәндер инде. Атаһының уны һөйөп-иркәләп яратыуын иҫендә ҡалдырып өлгөргәйне ул. Өләсәһе лә, Фәниәне йыш ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан сағында, атаһы тураһында һағышланып һөйләмәй ҡалмай ине. Ә Гүзәлдең шулай өҙөлөп яратҡан өләсәһе юҡ. Атаһы яғынан булған өлөсәһе иҫән, тик уныһы ейәнсәре менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынманы. Шуға ул, Фәниәнең өләсәһе булыуына һәм тегеһенең ейәнсәрен яратыуына тик көнләшеп ҡараны, үҫә бара был көнләшеү-асыуланыу тойғоһо көсәйә генә барҙы. Әсәһе Фәниәнең өләсәһе менән аралашыуын тыйманы, быны хупланы ғына. Әммә Гүзәлде был ни өсөндөр сығырынан сығара ине: “Ни өсөн Фәниәне шулай яраталар, ә Гүзәлде ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан кеше юҡ?!” Шул арҡала әсәһенең дә ире менән ыҙғышы йышайҙы. Ун йыл самаһы йәшәгәс, әсәһе икенсе ире менән дә айырылышты. Фәниәгә был саҡта ун биш, ә Гүзәлгә туғыҙ йәш ине. Ҡайһы саҡта тыйып торған атаһы ла хәҙер бергә йәшәмәгәс, Гүзәл үҙенә оҡшамаған бөтә нәмә өсөн апаһына асыуын төшөрә башланы, ул өйҙә юҡта әйберҙәрен туҙҙырып ташлай. Ә был саҡта Фәниә мәктәптең һуңғы класында БДИ тапшырырға әҙерләнә ине. Гүзәл, шуны белә тороп, апаһына нығыраҡ ҡамасауларға ынтылды. – Әсәй, тыяһыңмы-юҡмы ҡыҙыңды, ул тынысланмаһа, өйҙән китәм! – тип ҡысҡырҙы Фәниә бер саҡ, түҙемлеге тамам бөтөп, сөнки һеңлеһе уның биология буйынса әҙерләгән проектын йыртып ташланы. Ә Фәниә ветеринария белгесе булырға хыяллана ине, шуға күрә был предметты яратып өйрәнде. – Фәниә ҡыҙым, ни эшләтәйем һуң мин уны, атаһы киткәнгә лә ҡайғыра бит... – Икенсе йыл ҡайғыра инде ул. Өләсәйемә йәшәргә күсәм, белдеңме? – Фәниә, исмаһам, һин мине өҙгөләмә инде! – тип ялбарҙы әсәһе. Ә тегеһе проектты ҡабат эшләп өлгөртөү өсөн төнө буйы тырышты һәм, йоҡламайынса, иртән мәктәпкә китте. Ярай, уҡытыусы уға тейешле баһаны ҡуйҙы, ғаиләлә нимәлер булғанын һиҙенде, ахырыһы. Икенсе көнө Фәниә әйберҙәрен йыйҙы һәм өләсәһенә күсеп килде. Быны белеп ҡалыу менән әсәһе элекке ҡәйнәһенә шылтыратты һәм улар телефондан оҙаҡ ҡына әрләштеләр. Мәктәпте тамамлағас, Фәниә институтҡа уҡырға инде, ул хәҙер ятаҡта йәшәй ине, әсәһенә байрам ваҡыттарында ғына ҡайтып китә. Был саҡтарҙа Гүзәл дә, апаһы менән һөйләшмәһә лә, үҙен тыныс тота ине. Бер-ике көнгә генә ҡайтҡан бит студент ҡыҙ. Институтты тамамларға ярты йыл ҡалғанда Фәниәнең өләсәһе лә мәрхүм булып ҡуйҙы. Уның фатиры һәм күпмелер йыйған аҡсаһы Фәниәгә мираҫ булып күсте. Яҡын кешеһен юғалтыу, тәбиғи, үтә ауыр булды, Фәниәне яратҡан эше һәм һөнәрен яҡшыраҡ өйрәнергә ынтылыу ғына ҡайғылы уйҙарҙан ҡотҡара ине. Әсәһенең һәм һеңлеһе Гүзәлдең тормошона ул бөтөнләй ҡыҫылманы, бик һирәк шлытыратып хәлдәрен белеү менән генә сикләнде. Гүзәл иһә мәктәпте тамамлау менән кейәүгә сыҡты һәм хәҙер әсәһе менән өсәүләп бер йортта йәшәйҙәр ине. Фәниәне туйға саҡырманылар. Әсәһе лә был хәлде ауыр кисергәндер. Бер саҡ уны инфаркт менән дауаханаға алып киттеләр һәм табиптар, нисек тырышһа ла, ҡотҡара алманы шул... Әсәләрен ерләгәндә Гүзәл, тәккәбер ҡиәфәттә йөрөһә лә, апаһына бәйләнмәне. Хәйер, Фәниәгә уның ҡайғы юҡ та ине. Әсәһе йәл, үтә йәл, ул балаларына ҡарата хәстәрлекле һәм кешеләргә һәйбәт мөнәсәбәттә булды бит. Ә бына мираҫ мәсьәләһен нисек тә хәл итергә кәрәк ине. Фатирҙың өстән бер өлөшө былай ҙа, ҡануниәткә ярашлы, Фәниәгә тейеш. Әсәһенең өлөшөнөң ниндәй тәртиптә бүленеүе генә айырым ҡарала ала. Фәниәнең өләсәһенән ҡалған фатиры бар, ә Гүзәлдең башҡа торлағы юҡ. Атаһынан да ул бер нимә лә өмөт итә алмай. Әсәһе һөйләүенә ҡарағанда, айырылған атаһы алиментты даими түләп барған, ләкин ҡыҙының тормошо менән ҡыҙыҡһынмаған. Әсәһен ерләгәндән һуң өс көн үткәс, Фәниә уның өйөнә барҙы. Фотоларҙы һәм ғәзиз әсәһенә ҡағылышлы башҡа нәмәләрҙе алып китергә ине, уның тураһындағы иҫтәлектәрҙе оҙағыраҡ һаҡлайһы килә бит. – Бынағайыш, һиңә нимә ҡалған беҙҙә йөрөргә, инде бер кемең дә юҡ һинең бында! – тип тупаҫ ҡаршыланы һеңлеһе, Фәниә фатирҙы үҙ асҡысы менән асып ингәс. – Ҡайһы бер нәмәләрҙе алып китәм, әсәйемдең әйберҙәрен сығарып ташламаныңмы әле? – тине Фәниә, уға иғтибар итмәҫкә тырышып, һәм әсәһенең бүлмәһенә үтте. Ул нимә эҙләргә кәрәген белә ине. Иң тәүҙә комод өҫтәлендә торған ағас шкатулканы алды. Ярай, ташлап өлгөрмәгәндәр. Уның эсе буш ине. Фәниә ошо әйберҙе, фотоальбомды, ҡатырға ҡумта эсендәге башҡа фотоларҙы, бала саҡ сувенирҙарын һалып алды. – Шул шаҡы-шоҡо һиңә ниңә кәрәктер инде... Бөтәһен дә алдыңмы? Ә хәҙер асҡысты бир! – уның бүлмәлә йөрөгәнен күҙәтеп торған Гүзәл шундай талап ҡуйҙы. – Әсәй фатирының асҡысы һиндә генә булырға тейешме ни? – Был минең фатир! – Гүзәл, ғәҙәтенсә, ҡыҙыу һөйләшеүгә күсте. – Уныһын һиңә кем әйтте әле? – кейенеп, сығыу яғына барған Фәниә шулай тине. – Әсәйем һиңә арналған васыят яҙҙымы? Күрһәтә алаһыңмы? Юҡ икән, тимәк, фатирҙы ҡануниәткә ярашлы бүләсәкбеҙ. Фәниә үҙен тыныс тота ине, сөнки, Гүзәлдең һүҙҙәренә ҡарап, уның фатир документтарын тапмауын аңғарырға була. Нисек тапһын, бының өсөн шкатулканың төбө икәү икәнен белергә кәрәк бит, документ шунда һаҡланды. – Һин былай ҙа байһың? Фатирҙың яртыһын эләктерергә итәһеңме? Барып сыҡмаясаҡ! Судҡа бирәм һине! –тип ярһыны Гүзәл. – Ярай һуң, биреп ҡара, – тине апаһы, үҙен ҡулда тоторға тырышып. Тәүҙәрәк Фәниә һеңлеһе менән килешербеҙ, уның да хәлен аңларға кәрәк, тип уйлап йөрөй ине, хәҙер ундай теләк юғалды. Ярай, ул апаһына ниндәй мөнәсәбәттә, Фәниә лә уға шулай ҡараясаҡ. Ҡайтҡас, ул шкатулканың төбөн асып ҡараны: эйе, фатирҙың документы һаман шунда ине. Әсәһенең ҡәберенә рәшәткә һәм һәйкәл ташы эшләтеп йөрөгәндә уға беренсе тапҡыр Гүзәл шылтыратты. “Мин ауырлымын, шуға күрә һин фатирҙағы өлөшөңдән баш тартырға бурыслыһың!” – тине ул. Фәниә, һөйләшеп тә тормай, телефонды һүндерҙе. Был мәлдә, ҡануниәттә ҡаралған тейешле ваҡыт үткәнлектән, фатирҙың яртыһы уның милке итеп яҙҙырылғайны инде. Тик, Гүзәл бала тыуҙырғас та, фатирҙа бәлиғ булмаған баланың хоҡуҡтары урын аласаҡ, ә был инде фатирҙың ошо яртыһын һатыуҙы йәки, бөтә фатирҙы һаттыртып, тейешле сумманы алыуҙы ныҡ ҡатмарлаштырасаҡ. Юристар аңлатыуынса, бының өсөн опека органдарының рөхсәте талап ителәсәк, ә улар йыш ҡына ризалыҡ бирмәй, сөнки баланы рәсми теркәү мөмкин булған торлаҡ кәрәк. Судта Гүзәл фатирҙың апаһына тейешле яртыһын һатып алыуҙан да, үҙ яртыһын һатыуҙан да баш тартыуын белдерҙе, судьяны бүлдереп, апаһына ҡысҡырып ала ине, адвокаттың дәлилдәренә ҡолаҡ та һалманы. Һөҙөмтә ҡануниәткә ярашлы булды – суд фатирҙы һатырға һәм алынған сумманы апай менән һеңле араһында бүлергә тигән ҡарар сығарҙы. Фәниә аңлап тора: был суд ҡарары Гүзәл менән уның араһындағы мөнәсәбәттәргә тулыһынса сик ҡуясаҡ һәм улар, моғайын, ғүмер буйы аралашмаясаҡ та. Эйе, Гүзәлдең ауырлы булыуы Фәниәнең был эшенә күркәмлек өҫтәмәй. Тик ул үҙен ғәйепле һанамай ине: Гүзәл улар бер-береһе өсөн сит кешегә әйләнһен өсөн тырышыпмы тырышты бит... Фәниәгә хәҙер уның артабанғы яҙмышына битараф. Ире бар бит Гүзәлдең, ҡайғыртһын ғаиләһен, тик әҙерҙе генә көтөп йәшәргәме ни... Фәниә үҙ тормошон үҙе ҡорорға хоҡуҡлы. Ә һеҙ уның урынында нимә эшләр инегеҙ? Автор фотоһы.