Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өс йылда умартасыларға 57 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән

- Башҡортостан — Рәсәй Федерацияһында сауҙа балын етештереү буйынса алдынғылар рәтендә. Бөтә Рәсәйҙә бал етештереү күләме буйынса Башҡортостандың өлөшө яҡынса 10,5 % тәшкил итә. 2030 йылға тиклем умартасылыҡ үҫеше буйынса төбәк программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төбәктә сауҙа балының күләме 10 процентҡа артҡан, — тине Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары һәм ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Башҡортостанда умартасыларға дәүләт ярҙамы «Агростартап» грант программаһы сиктәрендә бүленә, ошо арауыҡта һигеҙ умартасы үҙ проекттарын яҡлап сыҡҡан һәм дөйөм алғанда 21,6 миллион һум аҡса алған. Шулай уҡ умартасылар республика бюджетынан ҡорамалдар һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшө өсөн компенсация сифатында 24 миллион һум аҡса алған. Бал етештереү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына 4 миллион һумдан ашыу субсидия бүленгән. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.