Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда милләт-ара татыулыҡтың күп быуатлыҡ тәжрибәһе бар

26 ғинуарҙа Телеүҙәк майҙаны алдында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа теләктәшлек күрһәтеп концерт ойоштороласаҡ. Сараны ойоштороу башланғысы менән йәмәғәтселәр, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре сыҡты. Был турала үҙ фекере менән билдәле тарихсы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов уртаҡлашты. “Башҡортостанда милләт-ара татыулыҡтың күп быуатлыҡ тәжрибәһе бар. Ата-бабаларыбыҙ быны һаҡлап ҡалыу өсөн күп көс һалған. Бөгөн бындай изге ҡиммәттәрҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуя алмайбыҙ. Беҙ, дошмандар өсөн ҡулай булған, йәмғиәтебеҙҙә тарҡалыуға юл ҡуймау өсөн йәнә бер тапҡыр осрашырға, бер-беребеҙгә теләктәшлек һүҙҙәрен еткерергә теләйбеҙ. Күп милләтле халҡыбыҙҙың Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән берҙәмлеге республикабыҙҙың үҫеш нигеҙе булып тора. Бер-беребеҙ өсөн ышаныслы таяныс булырға тейешбеҙ һәм беҙ республика Башлығының бар башланғыстарын хуплайбыҙ”, – тине ул. Концерт 13 сәғәттә башлана. Фото: "Башинформ".