Сараны ойоштороу башланғысы менән йәмәғәтселәр, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре сыҡты. Был турала үҙ фекере менән әүҙем йәмәғәтсе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина уртаҡлашты. – Башҡортостан халҡы дуҫлыҡты һәм татыулыҡты һәр саҡ яҡланы һәм ҡәҙерләп һаҡланы. Был - күп милләтле республикабыҙҙың төп ҡиммәттәре. Республика Башлығын хуплап ойоштороласаҡ концерт Башҡортостан халҡының берҙәмлеккә һәм татыулыҡҡа ынтылыуын тағы бер тапҡыр раҫлай. Ысын күңелдән һәм ихтирамлы аралашыу ғына йәмғиәтебеҙҙең үҫешенә булышлыҡ итеүен, дөйөм тарихҡа һәм мәҙәниәткә нигеҙләнгән традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙа ярҙам булып тороуын аңлайбыҙ, – тине ул. Концерт 13 сәғәттә башлана. Унда кемдәрҙең ҡатнашыуы тураһында һуңғараҡ билдәле буласаҡ. Фото шәхси архивтан.