Әсәйем баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң, мине гел уның кеүек оло йәштәге инәйҙәр үҙенә тарта. Ундайҙар менән туҡталып иҫәнләшеп кенә түгел, хәбәрҙәрен дә тыңлап китәм. Ҡасандандыр инде, теүәл генә әйтә алмайым, беҙҙең күрше йортта ауылдан килгән бер инәй күренә башланы. Сәбилә исемле ҡатындың күҙҙәре үткер, зиһене асыҡ, ҡолаҡтары яҡшы ишетә, өҫтө-башы ҡараулы, таҙа - күренеп тора: тәрбиәле ғаиләнән. Тик бөтәһе лә яҡшы кеүек күренгән был ҡатындың да үҙ уйҙары, хәсрәттәре бар икәнлеген ул түбәндәгеләрҙе һөйләгәс кенә аңланым. "Ирем менән ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерҙек. Хәлебеҙҙән килгәнсә тырыштыҡ инде уларҙы кешенән кәм итмәҫкә. Ауылда ни эш булмағас, күп итеп мал аҫрап, шуның аҡсаһы менән өсөһөн дә уҡытып сығарҙыҡ. Хәҙер, Аллаға шөкөр, һәр ҡайһыныһы ғаиләле, үҙ алдына донъя көтә, балалар үҫтерә. Улар өсөн күңелем тыныс. Ике йыл элек алтмыш йылға тиклем бергә ғүмер кисергән йәмәғәтемде ер ҡуйынына тапшырҙыҡ. Бына шул ваҡыттан үҙемдең күңел бер ҙә толҡа тапмай... Икенсе йылына уҡ бөтә мал-тыуарҙы б