Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә районда үткән спорт ярыштары тураһында яҙа. “Минең атайым Радик Тимерхан улы (1934 – 2009 йылдар) Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы булды, Ташлы мәктәбендә директор вазифаһын башҡарҙы. Үҙе лә физик яҡтан әүҙем булды, уҡыусыларҙа ла спортҡа һөйөү тәрбиәләне. Ташлы мәктәбе уҡыусылары район һәм республика күләмендә үткән һәр ярыштан еңеү алып ҡайтты. Атайым йәйгеһен велосипед спорты буйынса ярыштарҙа ҡатнаша торғайны. 1956 йылда төшкән фото, ул “Совет Башҡортостаны” гәзитендә баҫылып сыҡҡан. Был егеттәр конькиҙа йүгереү буйынса спортта БАССР-ҙың йыйылма командаһы составына ингән. 10 мең метрға йүгереүҙә ул беренсе урынды яулаған һәм ауыл йәштәре араһында РСФСР-ҙың чемпионы булған. Биш мең метр аралыҡтағы дистанцияла ул икенсе булып килә. Атайым етәкселегендә Ҡармыш ауылы командаһы лапта буйынса алты тапҡыр республика кимәлендә үткән ярыштарҙа еңеүсе була. 70-се йылдар башында Ташлы ауылы спортсылары Учалы ҡалаһында үткән туп менән хоккей уйнау буйынса республика беренселегендә өсөнсө урын яулай. Ошо ял көндәрендә Рәсәй Геройы Алмаз Сафин исемендәге 2-се Раевка урта дөйөм белем биреү мәктәбендә конькиҙа йүгереү спорты буйынса ярыштар үтте. Был ярыштар атайым Радик Мостафин иҫтәлегенә йыл да үткәрелә. Сарала улымдың ҡатнашыуы менән ғорурланам. Һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ҡатнашыусыларҙың да, көйәрмәндәрҙең дә күп булыуы ҡыуандырҙы”, - тип яҙа Дмир Мостафин. Фотолар Дамир Мостафиндың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.