Яңы йыл байрамдарында иҫкәртеү төркөмдәре 683 автономлы янғын иҫкәртеү ҡулайламаһы таратҡан, элегерәк бирелгән 21 меңдән ашыуының эшләү-эшләмәүен тикшергән. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡала һәм район башлыҡтары менән үткәргән ултырышта янғынға бәйле хәл тикшерелде. Республикала янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тураһында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов һөйләне. Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән республика биләмәһендә яңы йыл байрамдары осорона янғынға ҡаршы махсус режим индерелде, тип билдәләне ул. Барлыҡ муниципалитеттарҙа ла иҫкәртеү эшенең штаб форматы бойомға ашырылды. Яңы йыл байрамдарында иҫкәртеү төркөмдәре биш меңдән ашыу рейд үткәреп, 60 меңләп кеше йәшәгән тораҡтарҙы тикшереп сыҡҡан - күп балалы ғаиләләргә, спиртлы эсемлектәр менән мауығыусы граждандарға һәм өлкән йәштәге яңғыҙ йәшәгән кешеләргә барған. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса Андрей Назаров шәхси секторҙа янғынға ҡаршы профилактик эштәр башҡарыу буйынса йөкләмәләр бирҙе. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22735/