Геройҙарға-миҙалдар
Республика башлығы “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының бер нисә яугирына Шайморатов генерал миҙалдарын тапшырҙы. Радий Хәбиров әйтеүенсә, полк көсө менән декабҙә дошман оборонаһы йырыла. Етәкселек “Башҡортостан” полкының еңеүгә индергән өлөшөн юғары баһалай. Был хаҡта Радий Фәрит улы Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. “Башҡортостан” полкы республикабыҙ ғорурлығы, тине Радий Хәбиров. Ултырыштың көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы егттәрен хәрби етәкселек яҡшы баһаланы. Оператив кәңәшмәне асып Радий Хәбиров ошондай белдереү яһаны. Яҡташ яугирҙәребеҙҙең бер төркөмөнә ул Генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы. Тәбрикләү тантанаһынан һуң Оператив кәңәшмәлә ҡатнашыусылар яугирҙәрҙе аяҡ үрә баҫып алҡыштар менән оҙатып ҡалды.Дүшәмбелә идара командаһындағы кадрҙар үҙгәреше хаҡында ла белдереү булды. Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Рита Сәмиғуллина тәғәйенләнгән. Ә Благовещенда Анна Карабанованың кандидатыраһын район советы раҫлаған. Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты өсөн яуаплы Яна Гайдук вазифаһынан киткән, ведомство өсөн ваҡытлыса Вито Сабиров яуаплы.Рәсәй хөкүмәтендә ошо көндәрҙә 2024 йылға Президент гранттары конкурсы һөҙөмтәләрен иғлан иткән. Башҡортостан яуланған грант суммалары күләме буйынса илдә беренсе урынға сыҡҡан. Тағы бер уңыш — Башҡортостан пилотһыҙ авиация системаларын үҫтереү 12 пилотлы төбәк исемлегенә ингән.. Беҙҙә пилотһыҙ осоу аппараттарының фәнни-производство үҙәге булдырыласаҡ. Уның төҙөлөшө март айында уҡ башлана тиелде кәңәшмәлә.Оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләрҙең береһе төбәктә солоҡсолоҡто үҫтереүгә бәйле. Бал етештереү буйынса Башҡортостан беренсе урында ныҡлы баҫып тора, илдәге тауар балының 10 ярым проценты беҙҙең республикаға тура килә. Солоҡсолоҡҡа һуңғы йылдарҙа иғтибар бермә артты, 2022 йыл менән сағыштырғанда ла түмәр солоғо һаны бер ярым тапҡырға артҡан. Тармаҡҡа 3 йыл эсендә дәүләт программалары буйынса 57 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Быйылға 10 миллион һумлыҡ ярҙам ҡаралған.Был аҙнала Өфөлә балалар онкология һәм гематология үҙәге асыласағы билдәле булды. Республика балалар клиник дауаханаһы нигеҙендәге медицина йортонда яман шешкә дусар балалар дауаланыу үтәсәк.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».