Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яңы йыл байрамында 18 мең тонна ҡалдыҡ сығарғандар

Башҡортостанда Яңы йыл байрамдарында төбәк операторҙары 18 мең тонна самаһы ҡалдыҡты ваҡытында сығарыуҙы ойошторған, был 2023 йылға ҡарағанда ике мең тоннаға аҙыраҡ. 454 берәмек махсус техника йәлеп ителде. Республика Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров уҙғарған сираттағы кәңәшмәлә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу мәсьәләләре тикшерелде. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов билдәләүенсә, ҡалдыҡтарҙы сығарыуға контролде тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы көн һайын 31 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем төбәк операторҙары етәкселәре менән онлайн-кәңәшмәләр үткәргән. Яңы йыл байрамдарында сүп-сар даими рәүештә планға ярашлы сығарылған. Был осорҙа 4759 (2023 йылда - 9 808) ҡамасау иткән ҡаршылыҡ теркәлгән, улар тиҙ арала бөтөрөлгән. Шулай уҡ ведомство етәксеһе Яңы йыл байрамдары осоронда төбәк операторҙарының ҡыҙыу бәйләнешенә төрлө тематикалағы бөтәһе 1163 мөрәжәғәт килеүен хәбәр итте, уларҙың һәр береһе эшк

Башҡортостанда Яңы йыл байрамдарында төбәк операторҙары 18 мең тонна самаһы ҡалдыҡты ваҡытында сығарыуҙы ойошторған, был 2023 йылға ҡарағанда ике мең тоннаға аҙыраҡ. 454 берәмек махсус техника йәлеп ителде. Республика Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров уҙғарған сираттағы кәңәшмәлә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу мәсьәләләре тикшерелде. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов билдәләүенсә, ҡалдыҡтарҙы сығарыуға контролде тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы көн һайын 31 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем төбәк операторҙары етәкселәре менән онлайн-кәңәшмәләр үткәргән. Яңы йыл байрамдарында сүп-сар даими рәүештә планға ярашлы сығарылған. Был осорҙа 4759 (2023 йылда - 9 808) ҡамасау иткән ҡаршылыҡ теркәлгән, улар тиҙ арала бөтөрөлгән. Шулай уҡ ведомство етәксеһе Яңы йыл байрамдары осоронда төбәк операторҙарының ҡыҙыу бәйләнешенә төрлө тематикалағы бөтәһе 1163 мөрәжәғәт килеүен хәбәр итте, уларҙың һәр береһе эшкәртелгән. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22736/