Балалар уйын майҙансыҡтары юҡ саҡта, ҡалалағы гараж баштарынан малайҙар, хатта ҡыҙҙар ҙа төшә белмәне, ә ауылдарҙа тау тирәһе, йылға буйҙары бала-саға тауышынан гөрләп торҙо. Бөгөн иһә хәлдәр бүтәнсәрәк, ҡалаларҙағы ла, ауылдарҙағы ла ошо уйын майҙансыҡтарынан малайҙар һәм ҡыҙҙар өҙөлмәй. Һәр береһе рәхәтләнеп һырғалаҡ өйә, сәңгелдәктә бәүелә, арҡанда өйөрөлә. Ә һеҙ беләһегеҙме, ошо балалар уйын майҙансыҡтарын кем тәртиптә тоторға тейеш икәнен? Йәйгеһен, ярай, бер нисә урында күренеп ятҡан ҡағыҙ киҫәге аяҡҡа эләгеп йонсотмай. Ә бына ҡышҡыһын балаларҙың яратҡан урынын кем ҡарҙан таҙартырға тейеш? Хөрмәтле дуҫтарыбыҙ, һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Был йәһәттән һеҙҙең уйын майҙансығыҙҙы көрт баҫманымы? Фото: Илдар Аҡъюлов.