ВДНХ-ла «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы майҙансығында «БӘЛӘКӘЙ ВАТАН - РӘСӘЙҘЕҢ КӨСӨ» Бөтә Рәсәй муниципаль форумының эшлекле программаһы сиктәрендә «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте дипломдары менән бүләкләү тантанаһы үтте. «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре халҡы менән һөҙөмтәле “кире бәйләнеш” тәьмин итеү, территориаль йәмәғәт үҙидараһын үҫтереү һәм граждандарҙы урындағы үҙидараны тормошҡа ашырыуға (ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашыуға) йәлеп итеү» номинацияһында түбәндәгеләр еңеүсе булды: беренсе категорияла (ҡала округтары, муниципаль округтар һәм ҡала биләмәләре) - Октябрьский ҡалаһы (1-се урын) һәм Учалы ҡалаһы (4-се урын); икенсе категорияла (ауыл биләмәләре) - Асҡын районының Ҡашҡа ауыл биләмәһе (3-сө урын). «Муниципаль иҡтисади сәйәсәт һәм муниципаль финанстар менән идара итеү» номинацияһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы дүртенсе урын алды. Биш номинацияла 10-ар урын билдәләнде. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22733/