Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Автобустар төнгө сәғәт 1-гә тиклем йөрөйәсәк

19 ғинуарҙа, Керәшен байрамында, йәмәғәт транспортының эш графигы 20 ғинуарҙың 01:00 сәғәтенә тиклем оҙайтыла. Дини байрамдар уңайынан ете һыу инеү урынына маршруттар ойошторола. Был турала Хөкүмәт йортонда Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә үткән ҡала һәм район башлыҡтары менән кәңәшмәлә әйтелде. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ғинуарҙың тәүге декадаһындағы юл-транспорт комплексы эшмәкәрлеген тикшерҙе. Яңы йыл каникулында тармаҡтың эше тураһында ентекләп Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов һөйләне. Ғинуарҙың беренсе декадаһында төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарында - 800 берәмеккә тиклем, федераль әһәмиәттәге юлдарҙа 169 берәмек махсус техника йәлеп ителде. Юлдар боҙлауыҡтан эшкәртелгән. Яңы йыл байрамы төнөндә муниципаль пассажир ташыу маршруттары 2024 йылдың 1 ғинуарында төнгө сәғәт 2-гә тиклем эшләне. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22737/