16 ғинуарҙа Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмәһе сиктәрендә «Башҡортостандың йәнле традициялары» халыҡ ижады аҙналығы эшләй башлай. Көн һайын стенд биләмәһендә «тылсымлы һандыҡ» асыла һәм башҡорт йолаларына йән инәсәк. Бында милли кейемдәр, ҡурай, уҡ-йәйә һәм оҫталарҙың ҡул эштәре тәҡдим ителә. Килеүселәр башҡорт мәҙәниәтенең аутентик мөхитенә сума һәм төбәктең бай мираҫы менән таныша аласаҡ. Шулай уҡ ҡунаҡтар өсөн төрлө интерактив саралар ойошторола, ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла. 16 ғинуарҙан 21-нә тиклем баш ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу мөмкинлеге бар, унда уларға кәсеп эштәре йолалары тураһында һөйләйәсәктәр. Оҫталыҡ дәрестәре мини-түшелдеректәр, ҡурсаҡтар, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме ҡалпаҡ, традицион биҙәүестәр, башҡорт шәле эшләү, күнгә баҫып биҙәү, сигеү (кисеттәр, яулыҡтар), туҡыусылыҡ һәм кейеҙ баҫыу буйынса ойошторола.
"Башҡортостандың йәнле традициялары" аҙналығы башлана
16 января 202416 янв 2024
~1 мин