Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Белоретта "Ҡыҙыу боҙ" флешмобы үтте

Белорет ҡалаһында алтынсы тапҡыр “Ҡыҙыу боҙ” бейеү флешмобы ойошторолдо. Сара “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә. Көндөң һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, Түбәнге ауылдағы "Йәшлек" стадионына меңдән ашыу бала һәм өлкән кеше йыйылды. Мауыҡтырғыс тамашала Магнитогорскиҙан фигуралы шыуыусылар, “Миләшкәй муйынсаҡтары” ансамбле, “Яңы ҡараш” утлы файер-шоу төркөмө сығыш яһаны. Йәнһүрәттәрҙән персонаждар һәм ҙур ҡурсаҡтар ҡунаҡтар менән бергә шыуҙы һәм фотоға төштө. Программа финалында кесеһенән олоһона тиклем конькиҙа ҙур һәм берҙәм әйлән-бәйлән уйнаны. Был сараны ойоштороусы – Белорет районының "көмөш" волонтеры Марина Савельева һәм уның командаһы. Йылдан-йыл ошо ғаилә флешмобы ҡыҙыҡлыраҡ була бара, тамашасылар һәм ҡатнашыусылар һаны арта. “Балаларҙың һәм өлкәндәрҙең саф һауала ял итеүҙәренә бик шатмын, был йоланы мотлаҡ дауам итербеҙ”, – тип билдәләне Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Белорет районы хакимиәте.