Нуриман үҙәк район дауаханаһына бер юлы ике ультратауыш аппараты алынды. Береһен поликлиниканың ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына урынлаштырҙылар. Уның ярҙамында ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив системаһы органдары сәләмәтлеген тикшерәсәктәр, төрлө патологияларҙы асыҡлаясаҡтар. – Яңы ультратауыш аппараты алыу район дауаханаһы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ул табиптың эшен еңеләйтеүсе бөтә заманса функцияларға һәм мөмкинлектәргә эйә. Алынған һүрәттәрҙең асыҡ булыуы ағзаларҙағы аҙ ғына үҙгәрештәрҙе лә күрергә, теүәл диагноз ҡуйырға, дөрөҫ дауа тәғәйенләргә ярҙам итә, – ти акушер-гинеколог Зинара Фәттәхова. Аппараттарҙың икенсеһе поликлиникаға ҡуйылған. Уның ярҙамында Красная Горка ауылы халҡы ваҡытында тикшереү үтә ала, хәҙер ҡалаға йөрөүҙең кәрәге юҡ. Ошонда уҡ квалификациялы медицина ярҙам алыу мөмкинлеге бар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта ультратауыш тикшереүе - иң популяр медицина диагностикаһы ысулдарының береһе. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май" указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫеш