Шаран районының Шаран ауылында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә 2-се мәктәп янындағы парк зонаһы төҙөкләндерелде. Парк төҙөлөшөнөң беренсе этабы сиктәрендә эштәр бында уҙған йылдың майында башланғайны. Яҡындағы урамдарға ике сығыу юлы булған туҡталҡа, инеү урыны, иҙән-түшәме хәүефһеҙ булған заманса балалар майҙансығы, шулай уҡ яҡтыртылған яңы таяуҙар менән йыһазландырылған тротуарҙар булдырылған. Бынан тыш, инеү урыны төҙөкләндерелде. Парк зонаһын төҙөкләндереү эштәре киләһе йылда ла дауам итәсәк. Объектты өс этапта ғәмәлгә ашырыу ҡаралған. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проектының төп бурысы – илебеҙ биләмәһендә муниципалитеттар үҫешенә яңы этәргес биреү. Яңы форматтағы йәмәғәт урындары ҡаланы биҙәүҙән тыш, урындағы халыҡтың мәҙәни һәм социаль тормош кимәлен формалаштыра, яңы иҡтисади мөмкинлектәр аса. 2023 йылда Башҡортостан Республикаһының 69 муниципаль берәмегендә 123 объект яңыртылды. Билдәле булыуынса, “Торла