Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ике проект ҡаралды

Белорет районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Белорет районы хакимиәтендә үткән сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ике проект ҡаралды. Тәүгеһенең инициаторы - Валерий Погодин. Ул бер нисә йыл Ҡырымда үҙ эшен алып бара. Валерий Андреевич Белорет районында эске туризмды үҫтерергә теләй. Тәбиғәттең хозур төбәгендә яңғыҙ ял итеү, дини тәжрибәләр уҙғарыу, йога менән шөғөлләнеү өсөн матур, экологик яҡтан таҙа урында, йылға буйында глэмпинг төҙөргә ниәтләй. Инвестор бының өсөн Асы ауылындағы ер участкаһын ҡараған, әммә башҡа ауыл биләмәләрен дә күҙ уңында тота. Эшҡыуарға бер нисә кәңәш бирелгән. Икенсе проекттың инициаторы - Белореттан Регина Камалетдинова. Ул Вайлдберриз, Озон заказдарын алыу пунктын ойошторорға теләй. Рег

Белорет районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Белорет районы хакимиәтендә үткән сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ике проект ҡаралды. Тәүгеһенең инициаторы - Валерий Погодин. Ул бер нисә йыл Ҡырымда үҙ эшен алып бара. Валерий Андреевич Белорет районында эске туризмды үҫтерергә теләй. Тәбиғәттең хозур төбәгендә яңғыҙ ял итеү, дини тәжрибәләр уҙғарыу, йога менән шөғөлләнеү өсөн матур, экологик яҡтан таҙа урында, йылға буйында глэмпинг төҙөргә ниәтләй. Инвестор бының өсөн Асы ауылындағы ер участкаһын ҡараған, әммә башҡа ауыл биләмәләрен дә күҙ уңында тота. Эшҡыуарға бер нисә кәңәш бирелгән. Икенсе проекттың инициаторы - Белореттан Регина Камалетдинова. Ул Вайлдберриз, Озон заказдарын алыу пунктын ойошторорға теләй. Регина Дамир ҡыҙына Түбәнге ауылда вариант тәҡдим ителгән, ул уңайлы ерҙә урынлашҡан, коммуникациялар бар һәм майҙаны яраҡлы. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Андрей Иванюта.