Найти тему
Башҡортостан гәзите

Миллиондар алдылар

2003 йылда Үрге Тәтешле дауаханаһы 16 белгесте эшкә алды. “Бик шәп күренеш! Халыҡ шат! Уларҙың Тәтешлене үҙ итеп, ерегеп китеүен теләйбеҙ”, тип яҙа социаль селтәрҙә яҡташтары. Уларҙың араһында терапевтар, педиатрҙар, инфекционистар, неврологтар, ультратауыш диагностикаһы табиптары, анестезиолог-реаниматологтар һәм акушер-гинекологтар бар. Шулай уҡ былтыр Үрге Тәтешле дауаханаһына өс табип һәм бер фельдшер “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары буйынса ҡабул ителде. Был программаларға ярашлы, һәр табип - 1,5 миллион һум, фельдшер 500 мең һум күләмендә түләүҙәр алды. Белгестәргә уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ! Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.