Найти тему
Башҡортостан гәзите

Артисҡа Суворов миҙалы тапшырылды

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай концерт-театр берекмәһенән махсус хәрби операцияға тиҫтәнән ашыу ир-егет алынғайны. Улар араһында талантлы йәш бейеүсе Наил Шәмсетдинов та бар. Бейеүсе-яугир өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, һуғыштың тәүге көндәренән үк алғы һыҙыҡта. Ошо көндәрҙә Сибай концерт-театр берекмәһенең балет артисы, "Сибай"халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Наил Шәмсетдинов юғары наградаға лайыҡ булды. 24 йәшлек Әбйәлил егете алғы һыҙыҡта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Рәсәй Президенты Указы менән Суворов миҙалы менән наградланды. Афарин, батыр егет! Тиҙерәк иҫән-һау ҡайтып, сәхнәләрҙә дәртләнеп бейеүегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ! Фото: "Башинформ".