2024 йылдың йәйендә Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында тәүге тапҡыр “Бал фестивале” – республика етештереүселәре өсөн ҙур сара уҙғарыла. Уның маҡсаты – “Башҡорт балы” брендын артабан популярлаштырыу. Республика вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановтың ошондай сараны уҙғарыу тураһында тәҡдимен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хупланы. – Бик яҡшы идея. Был беҙҙең халыҡ өсөн яҡшы йәрминкә буласаҡ. Ә беҙ фестиваль майҙансығында бер юлы умартасылыҡҡа ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрен тикшерәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. Башҡортостан – тауар балы етештереү буйынса Рәсәйҙә лидер, тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. 2023 йылда ғына республика умартасылары 6 мең тонна ошо продуктты етештергән. Иң ҙур етештереү күләмдәре – Мишкә һәм Ғафури райондары аграрийҙарында – 300 тоннаға яҡын. Донъяның ете иленә экспортҡа төбәк 111 тоннанан ашыу бал оҙатҡан. 2021-2023 йылдарҙа республика умартасылары 60 миллион һум самаһы дәүләт ярҙамы, шул иҫәптән “Агростартап” гранттары,