Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тармаҡ үҫеш талап итә

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проектын тормошҡа ашырыуға әҙерлеге тикшерелде. Ул илдә 2024 йылдың 1 ғинуарынан эшләй башланы. Башҡортостанда биш йүнәлеш – федераль проекттар сиктәрендә милли проектты тормошҡа ашыра башланылар, тип хәбәр итте вице-премьер – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. Беренсеһе – “Илебеҙ пилотһыҙ авиация системаларына ихтыяжды стимуллаштырыу”. 2024-2026 йылдарҙа республиканың башҡарма власть органдары “Дәүләт транспорт лизинг компанияһы” льготалы лизинг программаһы менән файҙалана ала. Бынан тыш, төбәктә республиканың 20 мәктәбен, шулай уҡ Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжын пилотһыҙ авиация системаларын әҙерләү, етештереү һәм файҙаланыу өлкәһендәге уҡыу ҡорамалдары менән йыһазландырыуға субсидиялар биреүгә ғариза әҙерләнгән. Икенсе проект – “Пилотһыҙ авиация системаларын һәм комплектлаусыларҙы әҙерләү, стандартлаштырыу һәм сериялы етештереү”. Ул ошо өлкәлә ғилми-етештереү үҙәктәре селтәрен булдырыуҙы күҙ уңында тота. Башҡортостан ошондай үҙәк асылған 12 пилот төбәк иҫәбенә инде. Уны 2025 йылда асырға ниәтләйҙәр. – Үҙәктә ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәрен үткәреү, профилле белгестәр әҙерләү, пилотһыҙ осоу аппараттарын эшләү һәм һынау күҙаллана, – тип билдәләне Александр Шельдяев. - Өҫтәүенә республика етештереүселәренең компетенциялары быйыл уҡ 4 мең пилотһыҙ осоу аппаратын сығарырға мөмкинлек бирә, был былтырғы күрһәткестән дүрт тапҡырға күберәк. Өсөнсө проект – “Инфраструктураны үҫтереү, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм пилотһыҙ авиация системаларын махсус сертификациялау системаһын булдырыу”. Ошо йүнәлеш сиктәрендә 2026 йылда Башҡортостан биләмәһендә ике ултыртыу майҙансығы булдырыу күҙаллана. Ә 2030 йылға уларҙың һанын 10-ға тиклем арттырасаҡтар. – 2023 йылдың апреленән төбәктә пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланыуҙың эксперименталь хоҡуҡи режимы ғәмәлдә. Агросәнәғәт комплексында уларҙы һынап ҡарай башланылар ҙа инде. Ауыл хужалығы культураларын эшкәртеү маҡсатында агродрондарҙың тәүге осоштарын 2023 йылдың июнендә Башҡорт дәүләт аграр университетының тәжрибә баҫыуҙары өҫтөндә үткәрҙек, – тине Александр Шельдяев. – Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы шулай уҡ пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында төпкөл ауылдарға медицина изделиеларын һәм медикаменттарҙы алып барыу мәсьәләһен тикшерә. Дүртенсе федераль проект – “Плотажһыҙ авиация системалары өсөн перспективалы технологиялар” тармаҡ ойошмаларына һәм башланғыстарына грант ярҙамын күҙ уңында тота. Атап әйткәндә, был мөмкинлектәр менән Башҡортостанда булдырылған РВ-1 радиоэлектрон технопаркы резиденттары файҙалана аласаҡ. Уның инфраструктураһына инвестициялар күләме - 1,2 миллиард һум. Технопарк төҙөүҙең беренсе этабы өсөн проект документацияһы әҙерләнгән дә инде. Төҙөлөш-монтажлау эштәре Өфөлә 2024 йылдың яҙында башлана. Бишенсе проект – “Пилотһыҙ системалар өсөн кадрҙар”. Был йүнәлеш сиктәрендә республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы йыл һайын ике меңләп белгес уҡытасаҡ. Кадрҙар әҙерләүҙе Өфө фән һәм технологиялар университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм төбәктең бер нисә колледжы базаһында алып баралар ҙа инде. Бынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын Владлен Татарский исемендәге махсус тактик әҙерлек үҙәге уҡыта. Вице-премьер Александр Шельдяев һүҙҙәренсә, пилотһыҙ авиация өлкәһендәге эште координациялау өсөн 2024 йылда Башҡортостанда 2030 йылға тиклем Пилотһыҙ авиация системаларын үҫтереү стратегияһын әҙерләйҙәр. Шулай уҡ республикала пилотһыҙ аппараттар ярҙамында төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүсе төбәк операторы булдырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика биләмәһендә пилотһыҙ авиацияны үҫтереүҙә ҡатнашҡан министрлыҡтарға, ведомстволарға һәм ойошмаларға рәхмәт белдерҙе. Шул иҫәптән “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проектының өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса ла. – Әлегә беҙҙең көс махсус хәрби операция бурыстарын үтәү өсөн пилотһыҙ осоу аппараттарын киң ҡулланыуға йүнәлтелгән. Ләкин әле үк төрлө тармаҡтарҙа пилотһыҙ авиация хеҙмәттәре баҙарын булдырырға кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Бының өсөн осоу аппараттарын етештереү күләмдәрен арттырыу һәм пилотһыҙ авиация системалары менән эшләү өсөн профессиональ кадрҙар әҙерләү зарур. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.