2023 йылда Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы ремонтлауға, ихата биләмәләрен һәм йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереүгә 9 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Шуныһы мөһим, финанслау күләме һәм объекттар һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда артҡан. Башҡарылған эштең яҡынса йомғаҡтары тураһында республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова һөйләне. Шулай, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә Башҡортостанда 2023 йылда 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Улар – 36 парк һәм сквер, туғыҙ яр буйы, 16 майҙан, 18 йәйәүлеләр зонаһы һәм аллеяһы, 44 башҡа йәмәғәт киңлеге. Иң яҡшы миҫалдар араһында – Өфөлә Аксаков исемендәге баҡса, Салауат Юлаев исемендәге бульвар, Нефтекамала “Мираҫ” картиналар галереяһы алдындағы парк. 2023 йылда Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Бәләбәй, Бөрө, Күмертау, Межгорье ҡалаларында уҙған Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләр конкурсында еңеүсе алты проектты ғәмәлгә ашырыу тамамланды. Ағиҙелдә, Дүртөйлөлә, Ишембайҙа, Мәләүездә, Яңауылда Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған тағы ла биш проектты ғәмәлгә ашыра башланылар, уларҙы 2024 йылдың 1 июленә тиклем тамамлау күҙаллана. Быйыл Баймаҡта һәм Ишембай районының Верхотор ауылында ике конкурс биләмәһен төҙөкләндереү башлана. – Ошо конкурста артабан да ҡатнашырға, киләһе этапҡа ғаризалар әҙерләргә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Тәү сиратта был мәсьәлә менән муниципалитет етәкселәре ҡыҙыҡһынырға тейеш. Бының менән шөғөлләнеүсе башлыҡтар ҡалаларыбыҙҙың һәм ауылдарыбыҙҙың үҙгәреүен күрә. Республикала ихтыяж менән файҙаланған программаларҙың береһе – “Башҡортостан ихаталары”. 2023 йылда уның буйынса 30 муниципалитетта 49 мең кеше йәшәгән 246 күп фатирлы йорттоң 206 ихатаһы төҙөкләндерелгән. Был ихата биләмәләрендә 152 балалар һәм спорт майҙансыҡтары, өҫтәмә 5 мең парковка урыны булдырылған. Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы сиктәрендә 2023 йылда республика ҡала һәм райондарында 662 күп фатирлы йорт тәртипкә килтерелгән, шул иҫәптән 446 лифт алмаштырылған. Шулай уҡ 26 ауыл районында кисектергеһеҙ ремонт талап иткән 34 күп фатирлы йорттоң ҡыйығы яңыртылды, әммә бының өсөн халыҡтан йыйылған иғәнәләр етмәй ине. 2024 йылда был маҡсатҡа республика бюджетынан күберәк аҡса йүнәлтеләсәк, был ремонт яһалған ҡыйыҡтарҙың һанын өс тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирәсәк. – Әгәр ҡыйыҡ ағып ятһа, подъезды ремонтлауҙың йәки уға капиталь ремонт үткәреүҙең мәғәнәһе ниндәй, – тине Радий Хәбиров. – Шуға иғтибар итеүегеҙҙе һорайым. Эштең тағы ла бер мөһим йүнәлеше – подъездарҙы комплекслы ремонтлау. 2023 йылда ғына Башҡортостандың 21 муниципалитетында 276 күп фатирлы йортта 758 подъезд төҙөкләндерелгән. Коляскала йөрөүсе инвалидтар йәшәгән алты подъездың инеү урыны яндауырҙар һәм пандустар менән йыһазландырылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, 2024 йылдан подъездарҙы ремонтлау программаһын финанслау аҡсаһының бер проценты ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыуға бүленәсәк, ләкин элекке йылдарға ҡарағанда 3 миллион һумдан кәм түгел – өс тапҡырға күберәк, тип билдәләне Ирина Голованова. – Киләһе йылда төҙөкләндереү һәм капиталь ремонт буйынса бөтә программаларҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Был маҡсатҡа республика бюджетында кәрәкле финанслау ҡаралған. Проекттарҙы халыҡ менән тикшерҙек тә инде, – тип өҫтәне Ирина Голованова. Төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры шулай уҡ 2023 йыл өсөн “Күп фатирлы йорттарҙы тәртиптә тотоу һәм йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект” республика конкурсы һөҙөмтәләрен иғлан итте. Йыл һайын еңеүселәрҙе бүләкләү өсөн Башҡортостан бюджетынан 16 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелә. – Дөйөм алғанда, барыһы ла ремонт, төҙөкләндереү өлөшөндә эшләргә өйрәнде. Ихаталарҙы ла, подъездарҙы ла тиҙ арала төҙөйһөгөҙ, халыҡ менән фекер алышаһығыҙ. Барыһы ла сәғәт кеүек эшләй, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.