2024 йылда Башҡортостан социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам күрһәтеү өсөн Рәсәй Президенты гранттары күләме буйынса илдең алдынғы төбәктәре иҫәбенә инде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында ошо хаҡта хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко граждандар йәмғиәтен үҫтереү өсөн дәүләт башлығы гранттарын тапшырыу буйынса координация комитеты ултырышын үткәрҙе. Конкурсҡа йомғаҡ яһалды, унда ҡатнашыуға ғаризалар 2023 йылдың көҙөндә ҡабул ителгәйне. Төбәктәрҙән бөтәһе 10 827 йәмәғәт башланғысы ҡаралды. Конкурста илдең 1 559 социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы еңеүсе булды. Ошо проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Президент гранттары фонды 4,4 миллиард һум бүлә. Башҡортостанда дөйөм хаҡы 65,8 миллион һумлыҡ 46 башланғыс Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булды. Шулай уҡ республика төбәк конкурсын финанслауға ил төбәктәре араһында иң ҙур сумма – 90,3 миллио