Бөгөн, 15 ғинуарҙа, 19.00 сәғәттә Башҡортостан Республикаһының дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдары участкаларында йөк транспорты һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәт сикләүҙәре индерелде: Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы 15 – 78-се километрҙа (Бәләбәй районы, Туймазы районы); Октябрьский - Йәрмәкәй 0 – 23-сө километрҙа (Туймазы районы, Йәрмәкәй районы); Октябрьский – Туймазы 9 – 17-се километрҙа (Туймазы районы); Мәскәү – Япрыҡ – Туймазы 2 – 18-се километрҙа (Туймазы районы); Шаран - Төмәнәк 15 – 20-се километрҙа (Туймазы районы). Шулай уҡ 21.30 сәғәттә федераль әһәмиәттәге М-7 Волга автомобиль юлы 1169 – 1331-се километрында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү индерелә. Федераль әһәмиәттәге Р-240 "Өфө – Ырымбур" дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлы участкаһында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү индерелде. Хәрәкәтте сикләүҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты 16 ғинуарҙа 10.00 сәғәт тирәһе, тип иҫкәртәләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында. Сәбәбе - һауа шарттарының насар булыуы (көслө ел, буран, күреү мөмкинлегенең насарлығы). Фото: mchsrb.