Найти тему
Башҡортостан гәзите

Әсәйҙәр, өләсәйҙәр уҡый торған доға

Балаға хәйерле, бәхетле ғүмер теләп уҡылған доға - Йә, Раббым! Балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә, киләсәк быуындарыбыҙға тәүфиҡ, һиҙиәт бирһәң ине. Ғилем һәм итәғәттә үҫеп, уларға беҙҙән хәйерлерәк быуын булырға яҙһын ине. Ғаилә ҡормағандарға хәйерле хәләл ефеттәр, балаһы булмағандарға изге балалар бирһәң ине.Ата-әсәнең балаһын ямандан һаҡлау өсөн уҡый торған доғаһы- Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.Визукә бикәлимәтилләһи тәмма мин шәрри мә халәк.Мәғәнәһе:- Мәрхәмәтле үә рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым.Әй, Раббым, ғәзиз баламды көнө буйына шайтандың барлыҡ яуызлыҡтарынан һаҡлауыңды һорайым. Бәлә-ҡазаларҙан да үҙең һаҡласы. Фото: emilia-spanish.ru