Найти тему
Башҡортостан гәзите

Көтәбеҙ һеҙҙе, егеттәр!

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы егеттәрен бүләкләне. Яугирҙәргә абруйлы награда – Шайморатов генерал миҙалдары тапшырылды. – Былтыр декабрҙә “Башҡоростан” полкы көсө менән дошмандың оборонаһы тар-мар ителде. Командование беҙҙең полк егеттәре өлөшөн бик юғары баһаланы, – тине Радий Фәрит улы. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн генерал Шайморатов миҙалы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Линар Вәлишин, Сергей Винокуров, Илдар Илазов, Анатолий Гребенщиков, Сирин Ильяминов, Александр Колесников, Дмитрий Мещеряков, Сергей Минаев, Александр Сандалов, Азат Сәфәрғәлин, Рафаил Собханғолов һәм Сердар Шәкүлиев наградланды. – Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт. Һәммәгеҙҙе лә иҫән-һау килеш өйҙә көтәбеҙ. Беҙ һеҙгә ярҙам иттек һәм итәсәкбеҙ. Беҙҙең төп бурыс – һеҙ хәрби бурысығыҙҙы үтәй алһын һәм үҙегеҙҙе һаҡлай алһын өсөн барлыҡ кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итеү. Командованиеларға һәм егеттәргә беҙҙән рәхмәт һүҙҙәрен еткерегеҙ. Ғаиләләрегеҙ менән барыһы ла яҡшылыр, тип ышанам. Ниндәйҙер һорауҙарығыҙ булһа, мөрәжәғәт итегеҙ, – тине Радий Хәбиров. “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы республиканың ғорурлығы булып тора, тип билдәләне республика етәксеһе. Фото: "Башинформ".