Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бик үкенесле, әсәһен уттан сығара алмаған...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 15 ғинуарҙа, иртәнсәк янғындарҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Тәтешле районының Мәмәтәй ауылында таңға ҡарай төкәтмә менән ваҡытлыса бина, мунса һәм гараж янып бөткән. Янғын майҙаны 47 квадрат метр тәшкил иткән. Янғын тураһында һуңлап хәбәр итеүҙәре, шулай уҡ ҡоролмаларҙың бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашыуы арҡаһында, ут тиҙ арала таралған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндергән саҡта ҡотҡарыусылар, ирекле янғын һүндереүселәр 1960 йылғы инвалид ирҙең кәүҙәһен таба. Яҡынса фараздар буйынса, ут һаҡһыҙ тәмәке тартыу арҡаһында сыҡҡан. Шулай уҡ бөгөн иртәнсәк Иглин районының Иглин ауылында шәхси бер ҡатлы кирбес йортто һүндергәндә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре 1941 йылғы ҡатындың кәүҙәһен таба. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе билдәләүенсә, янғын ваҡытында йортта әсә менән ҡыҙы ла булған. Ҡыҙы әсе төтөндән уяна һәм әсәһе артынан күрше бүлмәгә инә һәм уның ҡулынан тотоп ала, әммә көслө төтөн арҡаһында бер мәл уның ҡулын ысҡындыра. Шунан һуң оло йәштәге әсәһен янған йорттан сығара алмай. 15 ғинуарҙың иртәһенә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда йыл башынан алып 247 янғын сыҡҡан, 18 кеше һәләк булған, 10 кеше төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр алған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдар министрлығы иҫкәртә: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ; боҙолған электр сымдарын тикшерегеҙ йәки алмаштырығыҙ; йортта янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйығыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Фото: mchsrb.