– “Берҙәм Рәсәй”ҙә 16 ғинуарҙа Президент һайлауҙа Владимир Путинды күрһәтеүҙе хуплап ҡултамға йыйыу көнө үтәсәк. Ул бөтә төбәктәрҙә һәм партия майҙансыҡтарында ойошторола. Улар иҫәбендә – йәмәғәт ярҙамы штабтары, партия рәйесенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре, төбәк һәм урындағы башҡарма комитеттар”, – тине, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль советы секретары, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Турчак. Бынан алда Андрей Турчак Владимир Путинды Президентлыҡҡа кандидатлыҡҡа тәҡдим итеү өсөн ҡултамғалар йыйыуҙа “Берҙәм Рәсәй”ҙең барлыҡ төбәк һәм урындағы бүлексәләре ҡатнашыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Уны 19 меңдән ашыу ирекмән уҙғара, тип билдәләне ул. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Берҙәм Рәсәй” үҙенең XXI съезында 2024 йылғы һайлауҙарҙа Владимир Путинды Президентлыҡҡа кандидат итеп күрһәтеүҙе бер тауыштан хупланы. Ғәмәлдәге Президент һис шикһеҙ еңеп сыҡһын өсөн, партия барыһын да эшләйәсәк, тине “Берҙәм Рәсәй” партияһы Рәйесе Дмитрий Медведев пленар ултырышта. 16 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 10-дан киске 7-гә тиклем Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт ярҙамы штабында Владимир Владимирович Путинды Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына күрһәтеүҙе хуплап ҡултамғалар йыйыу ойошторола. Уны “Берҙәм Рәсәй”ҙең әүҙем ағзалары һәм ирекмәндәре үткәрә. Документтарға ҡултамғалар йыйыу менән бер үк ваҡытта партия проекттары буйынса һөҙөмтәләр һәм пландар тикшереләсәк. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов былай тине: “Партия инфраструктураһы, шул иҫәптән Йәмәғәт ярҙамы штабы һәр кемгә гражданлыҡ позицияһын белдерергә мөмкинлек бирә. Теләгән һәр кем бер үҙе, ғаиләһе йәки коллективы менән килеп үҙенең хуплауын күрһәтә аласаҡ. Башҡортостан Республикаһы партияһы әүҙемселәре, партия яҡлылар һәм йәш гвардиясылар Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат Владимир Владимирович Путинға ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Әле ниндәй илдә көн итеүебеҙ һәм киләсәктә йәшәүебеҙ беҙҙең өсөн мөһим, беҙҙең өсөн Рәсәй лидеры – иртәгәһе көнгә ғорурлыҡ һәм ышаныс”. Башҡортостанда ял көндәрһеҙ 29 ҡултамға йыйыу нөктәһе эшләй. Ҡултамғаларҙы ирекмәндәр йыя. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Үҙәк һайлау комиссияһына 15 кандидат документтарын тапшырҙы, уларҙың дүртәүһенә теркәү кире ҡағылды. Документтар 11 кандидаттан, шул иҫәптән ғәмәлдәге дәүләт лидеры Владимир Путиндан ҡабул ителде. Әлеге ваҡытта Үҙәк һайлау комиссияһы өс кандидатты теркәгән: Владислав Даванков (“Яңы кешеләр” партияһы), Леонид Слуцкий (ЛДПР партияһы) һәм Николай Харитонов (КПРФ партияһы). Фото: ufa-news.net