Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мөһим социаль объект сафҡа индерелде

Дыуан районының Мәтәле ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, тантаналы шарттарҙа табиплыҡ амбулаторияһы асылды. – Заманса бина яңы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Амбулатория бөтә санитар талаптарға яуап бирә, яҡты, уңайлы, бында пациенттарҙы ҡабул итеү бик күңелле буласаҡ, – тип шатлығы менән уртаҡлашты фельдшер Мария Потапова. Фельдшерҙың хеҙмәт стажы 18 йылдан ашыу, тәжрибәле, пациенттарға иғтибарлы медицина хеҙмәткәре. Ауыл табиплыҡ амбулаторияһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең мөһим социаль объекты булып тора. Бында фельдшер, прививка кабинеттары, ҡабул итеү, процедура, персонал, дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмәләр бар. Яңы табиплыҡ амбулаторияһында тәүге медик-санитар ярҙамды күрше-тирә ауылдарҙағы ике меңгә яҡын кеше аласаҡ. Рәсәй Президентының “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. . .