Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уҡыуҙар файҙаға ғына

Төтөнлөк ҡорамалдары етештереүсе “Техномаш” компанияһы хеҙмәткәрҙәре һаҡсыл технологияларға уҡыуҙың тәүге өлөшөн үтте. Был саралар “ Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда” ) сиктәрендә башҡарылды. Был турала Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы хәбәр итә. Төбәктең компетенциялар үҙәге тренерҙары хеҙмәткәрҙәрҙе һөҙөмтәлелекте күтәреү миҫалдары менән таныштырҙы. Улар һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре буйынса уҡыуҙар үтте. -Диагностика этабына күскәнсе базалы уҡыуҙы үтеү мөһим. Уҡыу барышында предприятие хеҙмәткәрҙәре һаҡсыл етештереүҙең предприятиеға финанс күрһәткестәрҙе, шарттарҙы яҡшыртыуға йоғонто яһауын күрҙе, - тине республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Пуиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото:”Башҡортостан” ДТРК-һы.