Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Башкировоз” тураһында фильм төшөрөлгән

Үткән быуаттың 70-се йылдарынан һуң республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш төбәгенән баш ҡалаға йөрөп уҡыған, башҡа төрлө йомоштар менән Өфөгә юлланған халыҡ өсөн “Өфө – Сибай” поезы ул айырым бер донъя булды. Халыҡ араһында уны шаяртыу ҡатыш “Башкировоз” тип тә атап йөрөттөләр. Режиссер Таңсулпан Бураҡаева Өфө – Сибай поезына арналған фильм төшөргән. Урал аръяғынан баш ҡалаға йөрөп уҡыған һәр кемдә был поезд менән бәйле әллә күпме хәтирә һаҡланалыр, моғайын. Фильм бик күп замандаштарыбыҙҙың иҫтәлектәрен туплаған. Картина трилогияның бер өлөшө — ҡалған икәүһе Һамарҙа һәм Силәбелә төшөрөлгән. "Мин йыйған хәтирәләр бер кескәй фильмға һыйманы. Шуға тағы ҡыҙыҡлы тарихтар йыйып, кескәй китап сығарырға ла уй бар", - ти Таңсулпан Бураҡаева. Фото: ФотоохотникЖД