Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эшҡыуарҙарға ярҙам иттеләр

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың Өфө районында эшҡыуарлыҡ сәғәттәре үткәрелә. Эшҡыуарлыҡ сәғәтенең сираттағы ултырышында Таптыков ауыл биләмәһендә сауҙа объектын асыу, Булгаков ауыл биләмәһендә яңы заманса икмәкхана урынлаштырыу буйынса проекттар, шулай уҡ “Уйлап табыусылар мәктәбе” проекты ҡаралды. Район эшҡыуарҙары үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн ер участкалары бүлеүҙә булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Инициаторҙарға сауҙа үткәрмәйенсә ер участкалары алыу тәртибе, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы инвестиция сәғәтендә ҡатнашыу мөмкинлеге, бизнес-план әҙерләү тәртибе, территориаль планлаштырыу документтарына үҙгәрештәр индереү механизмы аңлатылды. Шулай уҡ “Уйлап табыусылар мәктәбе” социаль проектын үҫтереү сиктәрендә субсидия һәм гранттар алыу мөмкинлеге хаҡында мәғлүмәт еткерелде. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталы сайты investrb.ru аша йәки 7 (917) 749-96-70 телефоны буйынса бирергә мөмкин. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Өфө районы хакимиәте.