Ишембай районының Ишәй ауылынан шиғырҙар, йырҙар ижад итеүсе һәләтле замандашыбыҙ Рузалия Ниғмәтуллина аш-һыуҙы төрләндереп бешерергә ярата. Яҡындарын тәмле-татлы ризыҡтарҙан өҙмәй ул. “Башҡортостан” гәзите уҡыусылары менән был юлы “Бишбармаҡ” бешереү рецебы менән уртаҡлашты. -Һарыҡ йәки һыйыр ите алабыҙ. Ул 1,5 сәғәт тирәһе бешергә тейеш. Өҫтөндәге туртаһын алабыҙ, һыуы кәмеһә, ҡайнар һыу өҫтәп торабыҙ. Кишер, һуған, лавр япрағы һалып ебәрәбеҙ. Ит бешкәнсе билмәнгә кеүек ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫып, ромбик формаһында ҡырҡабыҙ. Ит бешкәс, 3-4 баҡырас һурпаны икенсе һауытҡа алып, ярым түңәрәк итеп туралған һуғанды шул һурпаға һалып 3 минут ҡына ҡайнатып, һөҙөп алабыҙ. Һуған ныҡ бешмәҫкә тейеш. Итте лә икенсе һауытҡа алып торабыҙ һәм шул һурпала һалманы бешерәбеҙ. Бешкән һалманы ҙур һауытҡа һөҙөп алып өҫтөнә итте һәм һуғанды ҡушып һалабыҙ. Ә һурпаны айырым тәрилкәләрҙә өләшәбеҙ. Бик тәмле ризыҡ. Бешереп ашағыҙ, йыбанмағыҙ!- тине Рузалия апай. Фото: Рузалия Ниғмәтуллина архивынан.