Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының йоғошло сирҙәр буйынса штаттан тыш баш белгесе Владимир Чуланов әйтеүенсә, кеше сирҙе аяғөҫтө үткәргәндә физик көсөргәнеш йөрәкте һәм башҡа ағзаларҙы туҙғансы эшләргә мәжбүр итә. Организмдың инфекция менән көрәшендәге уңыш кешенең иммун системаһы торошона бәйле. Шуға күрә уның эше өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыу мөһим. Киҫкен респиратор вируслы сирҙәрҙе аяғөҫтө үткәреү батырлыҡ түгел, тип иҫәпләй табип. Сирҙең тәүге билдәләре күренеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә һәм уның кәңәштәрен теүәл үтәргә кәрәк. Иң яҡшыһы – тәүге өс көндө түшәктә, елләтелгән, һауа дымлылығы 40-60 процент тәшкил иткән бүлмәлә үткәреү. Йылы эсемлектәр, еңел, тиҙ эшкәртелеүсе аш-һыу тиҙерәк һауығырға ярҙам итер. Физик һәм аҡыл хеҙмәтенән баш тартып торорға кәрәк. Бөтә кәңәштәрҙе үтәгәндә, дүртенсе көндә үк сирҙең йомшарыуын күрерһегеҙ. Әгәр тейешлесә дауаланмаһағыҙ, хәүефле өҙлөгөүҙәргә юлығыуығыҙ ихтимал. Бер кеше сирҙе уртаса 22 кешегә тиклем йоҡтороуы мөмкин. Был һан күпме кеше мен