Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Форсайт-сессия үтте

Өфөлә “Киләсәк фабрикаһы” инновациялы эшҡыуарлыҡ йортонда, “Минең бизнесым” үҙәгендә, муниципаль берәмектәрҙә 12 ғинуарҙа “Яңы осор өсөн көслө идеялар” форумы сиктәрендә форсайт-сессиялар үтте. Сарала 600-ләп кеше ҡатнашты, улар – республикабыҙ эшҡыуарҙары, шул иҫәптән эшлекле бизнес берекмәләре ағзалары, үҙмәшғүлдәр һәм әүҙем кешеләр. - Форсайт-сессияның маҡсаты – “Иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше” йүнәлеше буйынса идеяларҙы генерациялау. Әлеге көндә 2030 йылға тиклем Башҡортостанда үҫеш стратегияһы әҙерләнә һәм тәҡдим ителгән мөһим проекттар төбәктең һәм тотош илдең социаль-иҡтисади үҫешенә йоғонто яһаясаҡ, - тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. - Һәр үткәрелгән сарала эшҡыуарҙар менән диалогтың мөһим булыуына инанам. Төбәктең бизнес берекмәләренең әүҙем булыуын билдәләр инем. Улар арҡаһында һәр эшҡыуар менән бәйләнешкә сығып була. Бөгөнгө форсайт-сессия ҡатнашыусыларға үҙ проекттарын булдырырға мөмкинлек бирҙе. Башҡортостан эшҡыуарҙары тәҡдим иткән проект

Өфөлә “Киләсәк фабрикаһы” инновациялы эшҡыуарлыҡ йортонда, “Минең бизнесым” үҙәгендә, муниципаль берәмектәрҙә 12 ғинуарҙа “Яңы осор өсөн көслө идеялар” форумы сиктәрендә форсайт-сессиялар үтте. Сарала 600-ләп кеше ҡатнашты, улар – республикабыҙ эшҡыуарҙары, шул иҫәптән эшлекле бизнес берекмәләре ағзалары, үҙмәшғүлдәр һәм әүҙем кешеләр. - Форсайт-сессияның маҡсаты – “Иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше” йүнәлеше буйынса идеяларҙы генерациялау. Әлеге көндә 2030 йылға тиклем Башҡортостанда үҫеш стратегияһы әҙерләнә һәм тәҡдим ителгән мөһим проекттар төбәктең һәм тотош илдең социаль-иҡтисади үҫешенә йоғонто яһаясаҡ, - тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. - Һәр үткәрелгән сарала эшҡыуарҙар менән диалогтың мөһим булыуына инанам. Төбәктең бизнес берекмәләренең әүҙем булыуын билдәләр инем. Улар арҡаһында һәр эшҡыуар менән бәйләнешкә сығып була. Бөгөнгө форсайт-сессия ҡатнашыусыларға үҙ проекттарын булдырырға мөмкинлек бирҙе. Башҡортостан эшҡыуарҙары тәҡдим иткән проекттар федераль кимәлдә лә лайыҡлы урын алыр, - тине Башҡортостандың бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫеше һәм ярҙам итеү фонды генераль директоры Элиана Сәитова. ”Иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше” йүнәлеше буйынса киләһе форсайт-сессия 19 ғинуарҙа Өфөлә үтәсәк. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.