Кисә төнгә ҡарай Стәрлетамаҡ районының Николаевка ауылындағы 77 кв.м ағас йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр алынғас, ҡотҡарыусылар тиҙ арала ваҡиға урынына килеп еткән. Янғынды һүндереүҙә ете кеше, өс берәмек техника ҡатнашҡан.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндергәндә 63 йәшлек ирҙең һәм 59 йәшлек ҡатындың кәүҙәләре табылған. Уларҙы ирле-ҡатынлы тип фаразлайҙар. Һуңыраҡ асыҡланыуынса, йортта янғын һүндереү ҡоролмаһы бар, ул хәүеф тураһында иҫкәртеп, ваҡытында хәбәр биргән. Уның тауышына хужалар тышҡа сығып өлгөргән, әммә документтарын алыр өсөн кире өйгә инергә ҡарар иткәндәр һәм һәләк булғандар... Фажиғәне асыҡлау өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының эшсе командаһы ваҡиға урынына йүнәлтелгән. Иғтибар! Яғылған мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, мейестең, торбаларҙың төҙөклөгөн даими тикшереп торорға, боҙоҡ электр ҡорамалдарын ҡулланмаҫҡа, бина эсендә тәмәке тартмаҫҡа, ғөмүмән ут менән һаҡ эш итергә, иғтибарлы, уяу булырға саҡыра ҡотҡарыусылар. Фото: МЧС по РБ.
Документтарын алам тип кенә һәләк булғандар...
Около минуты
14 января 202414 янв 2024