Яңауылда тыуып үҫкән “Сервал” позывнойлы яугир мәктәпте тамамлау менән хәрби булырға ҡарар итә һәм Ҡазандағы хәрби артиллерия училищеһына уҡырға инә. Яҡташтары яугир менән телефон аша һөйләшеп, хәл-әхүәлен, кәйефен белешкән, тип хәбәр итә “Янаульские зори”. “2008 йылда мәктәпте тамамлағас, Ҡазан хәрби артиллерия училищеһына уҡырға индем. 2011 йылда Рәсәй Ҡораллы көстәрендә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, беҙҙе Санкт-Петербургтағы хәрби артиллерия академияһына уҡыуҙы тамамлау өсөн ебәрҙеләр. Ҡыҙыл дипломға тамамлағас, Алыҫ Көнсығышҡа эләктем”, – ти “Сервал”. Яҡташыбыҙ гвардия майоры званиеһында гаубицалы үҙ йөрөшлө-артиллерия дивизионы штабы начальнигы булып хеҙмәт итә. Уның төп бурысы – дивизиондың уты менән идара итеү. Көнө-төнө хеҙмәттәштәре менән дошмандың ҡаршылығын емереү өсөн көрәшәләр. “Харьков һәм Херсон йүнәлешендә, Днепрҙың уң яҡ ярында барған көсөргәнешле һуғыштарҙа ҡатнаштыҡ. Аҙаҡ беҙҙе Запорожье йүнәлешенә ебәрҙеләр. 2023 йылдың июлендә Рәсәй Президенты Указы менән шәхси со