Дыуан районының Ҡәҙир ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы (национальный проект "Здравоохранение") төҙөлдө, тип хәбәр итә район хакимиәте. Яңы медицина учреждениеһының майҙаны 65 квадрат метр тәшкил итә. Унда фельдшер ҡабул иткән бүлмә, процедура һәм прививка кабинеттары, килгән кешеләр өсөн көтөү бүлмәһе, санитар-көнкүреш урыны бар. Бина барлыҡ тейешле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған: электрокардиограф, пульсоксиметр, дефибриллятор, глюкометр, стерилизатор, тонометр, дарыуҙарҙы һаҡлау өсөн ике һыуытҡыс һәм башҡа техника алынған. -Фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу Ҡәҙир ауылы халҡы өсөн генә көтөп алынған мөһим ваҡиға түгел, тотош район өсөн дә әһәмиәтле. Уны төҙөүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм. Барлыҡ халыҡҡа ныҡлы һаулыҡ теләйем һәм был ФАП-ҡа дауаланыу өсөн һирәк килеүҙәрен, ә бары тик профилактика өсөн генә мөрәжәғәт итеүҙәрен теләйем, - тине район хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп йүнәлештәренең береһе – беренсел-медицина санитар ярҙамы системаһын үҫтереү. Милли проекттар 2019 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото:”Башҡортостан” ДТРК-һы.