“Техномаш” һәм “Беринг” компанияһы хеҙмәткәрҙәре “Тиҙ үҙгәртеп ҡороу – SMED” һәм“ ОЕЕ ҡорамалының һөҙөмтәлелеген анализлау” өҫтәмә курстары буйынса уҡыуҙар үтте. Был саралар “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда” ) сиктәрендә башҡарылды тип хәбәр итә төбәктең Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы. Был программаны төбәктең компетенциялар үҙәге эксперттары уҙғарҙы. “Беринг” предприятиеһы пластик ҡаптар етештерә. Белгестәр полимер флакондар һәм пластик контейнерҙар яһай, косметика продукцияһы өсөн ҡаптар сығара. “Техномаш” ойошмаһы химия, нефть, газ эшкәртеү һәм сәнәғәттең башҡа тармағында ҡулланылған технологик ҡорамалдар тәҡдим итә. Клапандар, нығытыу деталдәре һәм башҡа әйберҙәр сығара. -Милли проектты тормошҡа ашырыу программаһы буйынса предприятие хеҙмәткәрҙәре һаҡсыл етештереүгә өйрәнә. Уҡытыу ярҙамында улар үҙаллы юғалтыуҙарҙы асыҡлай һәм бөтөрә ала. Шулай уҡ предприятиеның эске резервын рациональ файҙалана ала, - ти төбә