13 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө хосписында булды, учреждениелағы тәрбиәләнеүселәрҙе Иҫке Яңы йыл менән ҡотланы һәм бүләктәр тапшырҙы. Ундағы ололар һәм балалар өсөн әкиәт геройҙары менән берлектә байрам сараһы ойошторолдо. Радий Хәбиров хоспис бинаһын ҡараны, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм унда тәрбиәләнеүселәр менән аралашты. Учреждениеның баш табибы Оксана Кузовкина белдереүенсә, балалар блогындағы бүлмәләрҙә килеп йөрөүсе ата-әсәләр өсөн өҫтәмә карауаттар ҡуйылған. Бәләкәстәрҙең ата-әсәһе республика етәксеһенә ошондай урын барлыҡҡа килеүе өсөн рәхмәт белдерҙе. Улар бында өйҙәренә кеүек килеп йөрөй. Бында яҡшы мөхит хөкөм һөрә, табиптар һәм персонал үҙ яҡындарына кеүек мөнәсәбәттә. Өфө хосписында Туймазы районының Серафимовка балалар йорто-интернаты тәрбиәләнеүселәренә 21 көнлөк тикшерелеү һәм дауаланыу ойошторолған. Башҡортостан Башлығы бында хәстәрлек күргән ололар менән дә аралашты. Улар араһында МХО-ла ҡатнашыусының инсульт кисергән әсәһе лә бар. Радий Хәбиров ун
Радий Хәбиров хосписта тәрбиәләнеүселәрҙе Иҫке Яңы йыл менән ҡотланы
13 января 202413 янв 2024
1 мин