Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Евразия карбон полигонында” парник газдары балансын мониторлау ойошторолған

“Евразия карбон полигонында”, Eddy Covariance ҡорамалдары комплексын ҡулланып, парник газдары балансын мониторлау ойошторолған. Республикала парник газдарын заманса контролләү системаһын булдырыу һәм экосистемаларҙың уларҙы үҙләштереү һәләтен баһалауы өҫтөндә Өфө вуз-ара кампусында ӨДНТУ-ның Климат һәм углерод эҙҙәрен мониторлау лабораторияһы эшләй. Пульсациялы система атмосфераның ер өҫтөндәге өлөшөндә парник газдары ағымын өҙлөкһөҙ автоматик мониторлауҙы тәьмин итә. Ул “Евразия карбон полигоны”нда урынлаштырылған, ӨДНТУ оператор булып тора. Ҡоролма полигондың дала участкаһында урынлашҡан. Ул углекислый газды һеңдереүҙә ҙур ҡеүәткә эйә һәм ерҙә байытылған тупраҡ барлыҡҡа килтереүгә һәләтле. Әлеге ваҡытта Башҡортостан һәм Урал алды далаларын рациональ файҙаланмау арҡаһында, ер ныҡ боҙолған. Тикшереү барған участка - типик Урал алды далаһы, бында ҡылғанлы-дала үҫемлеге өҫтөнлөк итә. Eddy Covariance системаһы турбулент пульсация алымы ярҙамында климатта актив газдар ағымын һәм экосистемала уның балансын асыҡларға булышлыҡ итә. Система заманса эшкәртеү саралары менән йыһазландырылған һәм Рәсәйҙә парник газдарын мониторлау буйынса мәғлүмәтте дөйөм системаға һалырға мөмкинлек бирә. Иҫкәрмә: Өфөләге Вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшө дәүләт-шәхси партнерлыҡ һәм концессия килешеүҙәре механизмдарын ҡулланып Инновациялы белем биреү мөхитен булдырыу буйынса федераль программа сиктәрендә “Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы алып барыла. Өфө кампусының тәүге сираты 2023 йылдың 31 декабрендә тамамланды. Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/22724/