Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә Рәсәй журналистикаһы көнөнә бәйле түбәндәге фекерҙәре менән бүлешкән. “13 ғинуар - Рәсәй журналистикаһы өсөн тарихи дата. Был көндө 1703 йылда Петр I указы менән «Ведомости» гәзитенең тәүге һаны сыға. Хәҙерге киң мәғлүмәт саралары - ул матбуғат баҫмалары ғына түгел, ә күп миллионлы аудиторияһы булған заманса гәзит-журналдарҙы, интернет-ресурстарҙы, телерадиокомпанияларҙы берләштергән медиахолдингтар. Әммә береһе үҙгәрешһеҙ ҡала - сифатлы журналистикаға ихтыяж ҙур. Бөгөн социаль селтәрҙәр, мәғлүмәт һуғыштары һәм фейктар быуатында беҙгә игенде кәбәгенән айырырға, ысын хәл-ваҡиғаларҙы күрергә булышлыҡ итә. Республиканың киң мәғлүмәт өлкәһендә 3 мең самаһы журналист эшләй. Башҡортостанда урындағы бөтә, шул иҫәптән милли телдәге баҫмаларҙы һаҡлап ҡалып, тиражды тотороҡландырыуға өлгәшелде. Был көндө журналистың ролен билдәләгем килә - алдынғы ваҡиғаларҙа булыу, мәғлүмәти көн тәртибен биреү, йәмғиәтте