Найти тему
Башҡортостан гәзите

Фидан Ғафаров ситтә тыуған ҡыҙы тураһында һөйләгән

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров “Туған тел” телеканалындағы “Сер итеп кенә” тапшырыуына биргән интервьюһы барышында никахһыҙ тыуған ҡыҙы тураһында һөйләгән. Фидан Ғафаров 60 йәшендә тағы берҙе атай булған. - Ҡыҙым тыуыуы минең өсөн тормоштоң һынауы тип тә, бәхет тип тә әйтергә була, сөнки бала, айырыуса ҡыҙ бала, үҙенең бәхете, үҙенең ризығы менән тыуа. Шуға ла мин уны ташлап китмәнем, үҙ фамилиямды бирҙем. Минең юбилейымда бик матур итеп шиғыр һөйләне ул, хатта артистар ҙа улай һөйләй алмай. Бик иҫтәре китеп, мөкиббән китеп ҡаранылар инде уны. Шулай һәләтле булып тыуған. Баланы ғаиләм дә һәйбәт ҡабул итте. Фәриҙәм аңланы. “Баланы ташлап китмәйһең, бергәләп ҡарайыҡ”, – тине. Был хәлгә бала ла ғәйепле түгел, Фәриҙә лә ғәйепле түгел. Беҙ – ир-аттарҙың шаталаҡ булыуы, уйламайынса эш итеүе, эмоцияларға бирелеүе һөҙөмтәһе тип уйлайым инде мин быны, – тип һөйләне ул. Фидан Сафа улы быға тиклем биргән интервьюларында Самира исемле ҡыҙы үҫеүе, был хаҡта ғаиләһе – ҡатыны Фәриҙә ханым да, улы Азамат та белеүе хаҡында әйткәне бар ине. Видеоға һылтанма Өҫтәмә сығанаҡ: intertat.tatar