Бөгөн республиканың күп ҡала һәм ауылдары махсус хәрби операцияла булған яугирҙәр өсөн окоп шәме эшләй. Был изге эштән Хәйбулла районынынң Бәләкәй Арыҫланғол ауылы ла ситтә ҡалмаған. Халыҡ телендә Вәзәм тип йөрөтөлгән ауыл үҙенең берҙәм булыуы менән районда айырылып тора. Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, Вәзәм ауылы халҡы һәр ваҡыт ҡулынан килгәнсә яугирҙәргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Бөгөн окопта яғыу өсөн май шәмдәре эшләү башланған."Тәүге ҡойоуҙы үҙләштереп алғас та күмәкләп тотонасаҡбыҙ. Сөнки был май шәменә һыйыр малының эс майы, туң майҙар ҙа ҡушып ҡулланма күләмен арттырыу, яныу вакытын оҙонайтыу ҡаралған, сығым әҙерәк талап итә, үлсәп, самалап сифатын кәметмәү шарт. Бөгөнгә банкаларҙы әҙерләү эше бара, алда иретеп ҡойоу, оҙатыу тора. Шулай уҡ Сурин Фәнил ағай килеп ҙур ярҙам күрһәтеп китте. Рәхмәт һеҙгә! Изге эш хәйерле булһын!"- тип яҙған. Фото һәм текст сығанағы: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.