Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров Өфө ҡыҙының Яңы йыл хыялын тормошҡа ашырҙы

Республика Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы менән «Теләктәр шыршыһы» акцияһы барышында тағы бер баланың хыялы тормошҡа ашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, шыршы Йәмәғәт ярҙамы штабында ҡуйылды. Үҙенең хатында алты йәшлек Розалинда ысын киностудияға барырға хыялланыуы хаҡында яҙа. Кисә ул әсәһе һәм ағаһы менән бергә башҡорт нәфис һәм анимация фильмдары төшөрөлгән киностудияға барҙы. - Мин Өфөлә йәшәйем, ағайым менән бергәләп йырлайбыҙ, бейейбеҙ. Актриса булырға теләйем, - тип тыйнаҡ ҡына яуап ҡайтара ҡыҙ. Розалинда исемле ҡыҙҙың теләген үтәү өсөн экскурсия ойошторолдо, унда уға кинематографист ролен башҡарырға мөмкинлек бирелде. Анимация цехында үҙен рәссам ролендә һынап ҡараны - махсус программала үҙенең персонаждарын булдырҙы. - Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, Розалинданың ижадҡа һәләте бар, бәлки, ҡасан да булһа беҙ уны рәссамдарыбыҙ араһында күрербеҙ. «Берҙәм Рәсәй» партияһына ҡыҙыҡайҙың теләктәрен үтәү мөмкинлеге өсөн рәхмәт, - ти киностудия директоры Юнир Әминев. Тон-студияла йәнһүрәттәргә тауыштарҙың нисек ҡушылыуын күрҙе һәм тауыш биреү актеры ролендә булды - аҙымдар тауышын, хайуандарҙың һәм ҡоштарҙың тауыштарын имитацияланы. - Барыһынан да бигерәк миңә бесәй балаһы кеүек һүрәт төшөрөү һәм уның кеүек мырылдау оҡшаны, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты алты йәшлек Розалинда. - Шылтыратып, Радий Хәбиров ҡыҙымдың теләге яҙылған шарҙы алыуын белдергәс, ышанманым. Аҙаҡ ҡына уның дөрөҫлөккә тап килеүенә һәм ҡыҙының фильмдарҙың нисек төшөрөлөүен күрә алыуына инандым. Теләгәндәрҙең барыһына ла теләктәренең тормошҡа ашыуын теләйем. Хыялығыҙға ышанығыҙ, шул саҡта ул үҙенсәлекле рәүештә тормошҡа ашасаҡ, - тип һөйләй ҡыҙҙың әсәһе Элита Плетосу. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Теләктәр шыршыһы” хәйриә проекты 2018 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән эшләй башланы. Уның маҡсаты – етем, һаулыҡ мөмкинлеге сикле, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларҙың яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты