Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Оло йәштәгеләрҙе алдап йөрөгән әҙәм тотолған

Башҡортостанда оло йәштәге ике гражданға ҡарата мутлашыуҙа ғәйепләнеүсе тотолған. Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене ҡыҫҡа ваҡыт эсендә асыҡлаған һәм ҡулға алған. 9 ғинуарҙа Өфө ҡалаһы полиция бүлегенә мутлашыусылар шылтыратыуҙары тураһында хәбәр иткән граждандарҙан ғаризалар килә башлаған. Ғариза биреүселәр һүҙҙәренсә, уларҙы туғандары юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған тип ышандырғандар, һәм ошо һылтау менән аралашсы-курьер аша аҡса алғандар. 85 йәшлек ҡатын үҙен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре тип танытҡан ирҙең шылтыратҡаны тураһында һөйләгән. Пенсионерҙың ҡыҙы юл-транспорт ваҡиғаһында ҡатнашып, үҙенең ғәйебе менән ҡатындың зыян күреүе хаҡында хәбәр иткән. Хәҙер уға тиҙ арала медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ҙур сумма кәрәк булыуын белдергән. Уйлап тормайынса, тулҡынланған пенсионер 200 мең һум аҡса йыйып, килгән йәш егеткә тапшыра. Бер нисә сәғәттән һуң ошондай уҡ ғариза менән 87 йәшлек пенсионер мөрәжәғәт иткән. Ир үҙенең килгән егеткә 235 мең һум аҡса биреүе хаҡында белдергән. Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре күҙәтеү камераһындағы видеояҙмаларҙы тикшергән. Өфөлә йәшәгән 22 йәшлек ир ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡулға алына һәм полиция бүлегенә килтерелә. Алынған мәғлүмәттәр буйынса, егет ҡала колледждарының береһендә уҡый. Ул интернет селтәрендә өҫтәмә эш хаҡы тураһында мәғлүмәт таба. «Эш биреүсе» менән аралашыу мессенджерҙарҙың береһендә бара. Уға аҡсаны ҡайҙан алып китергә тейешле адресын һәм уларҙы күсерергә тейешле иҫәп номерҙарын ебәргәндәр. Енәйәтсе «эше» өсөн аҡсалата бүләк алған. Суд ҡарарынан һуң уға зыян күреүселәргә күрелгән зыянды ҡапларға тура килер, моғайын. Хәҙерге ваҡытта ике осраҡ буйынса ла Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Видео: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.